Доға өйрәнәйек!
Һәр эште башлағанда ла Аллаға ниәтләп, таянып, үҙ телең менән һорап башларға кәрәк. Бындай саҡта намаҙҙан, теләктәреңдән һуң ошо доға ярашлы булырға тейеш: "ХӘСБИАЛЛАҺҮ ЛӘӘ ИЛӘӘҺӘ ИЛЛӘҺҮ ҮӘ ҒӘЛӘЙҺИ ТӘҮҮӘККӘЛТҮ, ҮӘ ҺҮҮӘ РАББУҢ ҒАРШИЛ ҒАЗЫЙМ". Мәғәнәһе: "Алла – минең ышанысым. Уның үҙенән башҡа иләһи зат юҡ. Мин Уға тәүәккәлләнем һәм Ул бөйөк булыусы Раббым» (сәхәрҙә һәм аҡшамда 7 мәртәбә уҡырға, донья уә әхирәткә бәйле бөтә эштәрендә Алла ярҙам итер)".