Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июль 2023, 07:25

Академик статусы ниндәй учреждениеларға бирелә?

Башҡортостанда мәҙәниәт учреждениеларына академия исемен биреү тураһында яңы положение раҫланды.

Академик статусы ниндәй учреждениеларға бирелә?Академик статусы ниндәй учреждениеларға бирелә?
Академик статусы ниндәй учреждениеларға бирелә?

 Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Яңы статус алыу өсөн мәҙәниәт учреждениеһы 25 йылдан ашыу эшләргә, штатта 120-нән күберәк кеше, уларҙың 65 процент юғары белемле булырға тейеш. Шулай уҡ исемгә дәғүә итеүсе учреждение халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика форумдарында, фестивалдәрендә, конкурстарында, концерт эшмәкәрлегенә һәм театр сәнғәтенә булышлыҡ итеү буйынса федераль программаларҙа ҡатнашырға, төрлө кимәлдәге конкурстар һәм фестивалдәр үткәрергә, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә сығырға, интернетта үҙҙәренең концерттарын һәм спектаклдәрен күрһәттергә, киң мәғлүмәт сараларының көн тәртибендә булырға тейеш.

 

 

Фото: stranabolgariya.ru

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас