Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июль 2023, 04:56

Юлды яңырталар

Баш ҡаланы Затон биҫтәһе менән тоташтырыусы күпер юлын ремонтлау күптән кәрәк ине. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә унда асфальт түшәлә башлаған. Юл хәрәкәте сикләнеүен аңлап ҡабул итегеҙ.

Юлды яңырталарЮлды яңырталар
Юлды яңырталар

Галле урамынан Затонға сығыу күперендә эш гөрләй. "Яңы асфальт һалыуҙы, юлға термопластиктан билдә төшөрөүҙе июль аҙағына тиклем тамамлаясаҡтар. Хәрәкәт бер яҡлы була. Сикләү ваҡытлыса, аңлап ҡабул итегеҙ", - тип яҙған Өфө хакимиәте башлығы социаль селтәрҙә.

Фото: Ратмир Мавлиев (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас