

Уҙған тәүлектә Йылайыр районы, Дмитриевка ауылынан 3 км алыҫлыҡта 2,3 гектар майҙанда яңы урман янғыны теркәлгәйне. Янғын һүндерелгән.
Күгәрсен районы Ҡыҙҙарбиргән ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта 1 га майҙанда янғынды һүндереүҙә 7 кеше, 5 техника ҡатнаша.
Белорет районында, Үҙәндән ун саҡрым алыҫлыҡта, янғын 320 гектар майҙанда. Урман янғынын һүндереүгә 190 кеше һәм 45 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының аэромобиль төркөмө - 68 кеше, 8 берәмек техника йәлеп ителгән. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары В.В.Барзайкин, БР урман хужалығы министры М.И. Шәрәфетдинов, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А.С.Лопухов, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы лабораторияһы эшләй. Ирекмәндәр ҙә утты һүндереүҙә ҡатнаша - 35 кеше, 4 берәмек техника.
Белорет районы Аҙнағол ауылын һаҡлар өсөн 44-се Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенән, Абҙаҡ янғын һүндереү часынан 3-шәр кеше, 1-шәр автоцистерна, ЭЭМ Белорет районы буйынса бүлегенән - 1 берәмек техника, 2 кеше, Сәрмән ауыл советы хакимиәтенән - 3 техника, 4 кеше йүнәлтелгән, Башҡорт сода компанияһынан да бульдозерҙар йәлеп ителгән.
Белорет районында 50 га майҙанда утты һүндереүҙә 42 кеше ҡатнаша, 18 техника эшләй.
Белорет районы Ҡағынан ун саҡрым алыҫлыҡта, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында, 60 гектар майҙанда янғынды һүндереүҙә 75 кеше эшләй (инспекторҙар - 35 кеше, ирекмәндәр - 40 кеше).
Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан 11 саҡрым алыҫлыҡта, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында, 1 га майҙанда утты 10 кеше, 5 техника һүндерә. Янғын локалләштерелгән.
Йыл башынан алып 1387,9285 гектар майҙанда 1302 янғын теркәлгән. Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып бөтәһе 126 тәбиғәт янғыны сыҡҡан, дөйөм майҙаны 1873,26 га.
Фото: МЧС РБ.