Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июль 2023, 10:22

"Ватан һаҡсылары" фонды филиалында табиптар ҡабул итә

Аҙнаһына дүрт көн төрлө медицина белгесе эшләй.

"Ватан һаҡсылары" фонды филиалында табиптар ҡабул итә"Ватан һаҡсылары" фонды филиалында табиптар ҡабул итә
"Ватан һаҡсылары" фонды филиалында табиптар ҡабул итә

"Ватан һаҡсылары" фондының Башҡортостан буйынса филиалында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булғандарҙың ғаиләләре табип консультацияһы алырға мөмкин. Был турала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Дүшәмбелә травматолог-ортопед ҡабул итә. 14:00 - 18:00 
Шишәмбе: реабилитолог, 14:00 - 18:00 

Шаршамбы: протез-ортопедик үҙәк белгесе, 14:00 -18:00 

Кесе йома: психолог, 09.00 - 18.00.

Алдан яҙылыу кәрәкмәй.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йорт.
Фото: Гульнур Кульсарина (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас