

Уҙған тәүлектә республикала 76 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 18-е шәхси торлаҡ секторында булған, 15 кеше ҡотҡарылған, 42 кеше эвакуацияланған.
Мәсетле, Ғафури райондарында - бесән, Бөрөлә, Шишмә районында - пластик сүп-сар контейнерҙары, Туймазы районында - һарай, Ҡырмыҫҡалы районында - баҡса йорто, Ҡалтасы районында - йорт, ике мунса, Әбйәлил районында - йорттоң ҡыйығы, Өфөлә - мунса, Бәләбәй районында - автомобиль, Өфөлә - ике ҡатлы йорт, һарай, хужалыҡ ҡаралтыһы, утынлыҡ, бесән, кәртә, Күмертауҙа - лоджия, Ҡырмыҫҡалы районында - йорт, һарай, мунса, Әбйәлил районында - ике бәҙрәф, һарай, мунса стенаһы, себештәр келәте, Салауатта баҡса йортоноң ҡыйығы янған.
Йорт-тирәгеҙҙе сүп-сарҙан таҙартығыҙ, бигерәк тә быялалар, шешәләр булмаһын, өйҙә электр приборҙарын ҡарап тикшереп тороғоҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фото: @bdtprb