

Кисә Дим районының яңыртылған паркында "Отряд Таганок" фильмын асыҡ һауала ҡарағандар. Был турала Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙә яҙған.
Ҙур экран һәм заманса кинопроектор ҡуйылған. Ял итеүселәр фильмды бик яратып ҡараған.
"Сеансҡа 500-ләп кеше килгәйне. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә битараф ҡалманы. Бик яҡшы бит: эш көнөнән һуң, паркта дуҫтар менән кино ҡарау, ял итеү. Ошонда йәшәүселәрҙең был ҡыуанысы өсөн эшләргә була!" - тип яҙған Тарасов.
Фото: Антон Тарасов (vk.com)