Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июль 2023, 10:30

Дәүләкәндең талантлы уҡытыусылары йыйылды

"Изге һөнәрле ижадсы" проектының сираттағы осрашыуы был төбәктә үтте.

Дәүләкәндең талантлы уҡытыусылары йыйылдыДәүләкәндең талантлы уҡытыусылары йыйылды
Дәүләкәндең талантлы уҡытыусылары йыйылды

Дәүләкән ҡалаһына йәм бирем, Дим йылғаһының буйында ғына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимдең йорт-музейы урынлашҡан. Унда шулай уҡ тағы ла бер талантлы шәхес - шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның да исеме мәңгеләштерелгән. Айырым бүлмәлә уның шәхси әйберҙәре, китаптары, фотоларынан матур күргәҙмә эшләй. Ижади аралашыу, шиғри һүҙ яңғырашы, уҡытыусылыҡ тураһында һөйләшеүҙәр тап ошондай рухлы һәм зыялы урында үтергә тейеш тә. Шуға ла, Дәүләкән районында йәшәүсе һәм эшләүсе уҡытыусылар, мәғариф ветерандары "Йәшлек" гәзите ойошторған "Изге һөнәрле ижадсы" проекты сиктәрендә үткән осрашыуға тап ошо музейға йыйылды.

Сарала Дәүләкән районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимов, "Дим" әҙәби берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миңзәлә Хәлилова, Әхиәр Хәкимдең йорт-музейы директоры Марсель Ғәлимов, Яҙыусылар союзы ағзалары Гөлфирә Ғәскәрова менән Олеся Әхмәтрәхимова һәм райондың уҡытыусылары, "Дим" берекмәһе ағзалары ҡатнашты.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас