Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июль 2023, 08:29

Ауылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә

Бөгөн, Белорет районындағы урман янғынына бәйле, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы нигеҙендә ведомство-ара оператив штабтың эше ойошторолдо. 

Ауылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтеләАуылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә
Ауылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә

Штабтың эше барышында янғын эҙемтәләрен кәметеү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителә. Төп бурыс - утты тиҙ арала локализациялау. Ауылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә.

Белорет районында ла ведомство-ара штаб эшләй. Иң насар сценарийға бәйле хәлдең бөтә фараздары иҫәпкә алына.

Ҙур габаритлы техниканы йәлеп итеп мәсьәләһе хәл ителә. Әлеге ваҡытта 8 бульдозер йәлеп ителгән. Янғынды 170 кеше һәм 34 берәмек техника һүндерә. Төпкөл урындарҙа элемтә булдырылған.

Хәл тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Тейешле саралар күрелә.

Фото: РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.

Ауылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә
Ауылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә
Ауылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә
Ауылдарға хәүеф янамаһын өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас