

Иртән Баҡалы районында, Бозор-Күрсәй-Ҡуштирәк юлының 9-сы саҡрымында, 27 йәшлек егет "ВАЗ-2107" автомобилендә түңкәрелгән. Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән водитель урында йән биргән.
Кисен Мәләүез районының Ергән ауылында "Авангард" мотоблогы менән "Хонда" мотоциклы бәрелешеп, мотоблок водителе, 71 йәшлек ир, вафат булған. 35 йәшлек мотоциклсы һәм "Авангард" мотоблогының 13 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Мотоблоктан тағы өс бала табиптар ҡарағандан һуң өйөнә ҡайтарылған. Һәләк булыусы төп юлға сыҡҡанда мотоциклға юл бирмәгән...
Төнгә ҡарай Илеш районында, Шаран-Яңы Балтас-Андреевка автомобиль юлының 104-се саҡрымында, "Лада Гранта" юлдан осоп, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән 55 йәшлек водитель һәләк булған, 54 йәшлек пассажир йәрәхәтләнгән.
Шул уҡ ваҡытта тиерлек Стәрлетамаҡ районында, Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш автомобиль юлының 14-се саҡрымында, 30 йәшлек водитель "Сиат Лион" машинаһында 36 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Һөҙөмтәлә ир ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән. Водитель һүҙҙәренсә, йәйәүленең кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмаған.
Мәләүез районында ла бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән: Яңауыл ауылынан 60 йәшлек ирҙең өҫтөнә, сапҡысты ысҡындырырға маташҡанда, минитрактор ауҙарылған. Һөҙөмтәлә ул урында һәләк булған.
Ошо факттар буйынса тикшереүҙәр бара.
Фото: БР ЮХХДИ.