Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июль 2023, 08:26

Нисек кенә тере ҡалған бисараҡай...

Элекке чиновник ҡатынын көнләшеп, уны туҡмаған, быуып маташҡан. Фатирҙың ишеге бикле булғас, ҡатыны ҡасып, балконға сыҡҡан, ярҙам һорап ҡысҡырған. Шул мәлдә ире уны балкондан ырғытҡан.

Нисек кенә тере ҡалған бисараҡай...Нисек кенә тере ҡалған бисараҡай...
Нисек кенә тере ҡалған бисараҡай...

Шаһиттар "Тиҙ ярҙам" менән полицияны саҡыртҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә ир, ҡатыным үҙе һикерҙе, тип алдаған. Йәнәһе лә, ул айырылышырға теләгән, ә ҡатыны ҡаршы булған.

Ҡатын иҫенә килгәс, хәлдең нисек булғанын һөйләп биргән.

Хәҙер ирен ҡулға алғандар, уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас