+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июль 2023, 10:00
Ғүмер көҙө килеп еткәндә...
Ғүмер көҙө килеп еткәндә...Бер көн килеп, мин дә уянмаҫмынКистән ятҡан тәмле йоҡомдан...( Олоғайғас, төрлө уйҙар килә,Ыҙалайым ошо холҡомдан).Яҡындарым ғына ҡайғырырҙар,Керпектәре йәшкә сыланып.Йылдар үтер. Ҡалған ғүмер итер,Тормош бер юҫыҡҡа һалынып.Күптәр өсөн үлем ябай кеүек:Кемдер тыуа, кемдәр китәләр...Ғүмер ҡәҙерҙәрен белмәй күптәр,Сәмләнешеп, донъя көтәләр.Тегенеһе етмәй, быныһы юҡ...Ғүйә, фани донъя - мәңгелек;Һаулыҡтарҙы ғына уйламайҙар,Матди байлыҡ тора иң элек.Миндәй булып, иҫтәренә төшә,Ғүмер көҙө килеп еткәндә,Донъяларҙың фанилығын уйлап,Йөрәктәрҙе һағыш өткәндә.... Шик - шөбһәле уйҙар, биләмәгеҙ,Тойғом килә бәхет - шатлыҡты,Бирһен әле Хоҙай киләсәктәОҙон һәм һаулыҡлы ҡартлыҡты!Флүрә Маликова
Ғүмер көҙө килеп еткәндә...
Фото:
foto-ram.ru
Автор:
Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"