Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июля 2023, 07:01

Машина урлар өсөн полиция хеҙмәткәре булып ҡыланған

Алдан хөкөм ителгән 23 йәшлек егет таксисты алдап, уның "Лада Приора"һын урлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Машина урлар өсөн полиция хеҙмәткәре булып ҡыланғанМашина урлар өсөн полиция хеҙмәткәре булып ҡыланған
Машина урлар өсөн полиция хеҙмәткәре булып ҡыланған
30 йәшлек таксист парк янындағы урманда өс ирҙе осрата. Улар үҙҙәрен полиция хеҙмәткәре итеп таныта, йәнәһе лә, әле урманда эш буйынса йөрөйҙәр. Береһе таксистан, имеш тә, тикшерер өсөн, телефонын, аҡса янсығын, документтарын һәм машина асҡысын талап итә. Руль артына ултырған билдәһеҙ ирҙең ҡылығы сәйер тойолғас, таксист ҡуҙғалыу менән һикереп төшөп ҡала һәм осраҡлы машинаны туҡтатып, яҡындағы полиция бүлегенә барып етеп, ғариза яҙған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре машина урлаусыларҙы тотҡан, береһенә ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
 
 
Автор:Баныу Ҡаһарманова