

Насар һауа торошо һөҙөмтәһендә 12 автомобилгә механик зыян килгән, 30 осраҡта ағастар электр тапшырыу линияһына төшкән. Йәшенле ямғыр арҡаһында ҡаланың Дим, Ленин һәм Орджоникидзе райондарында ҡайһы бер йорттар утһыҙ ҡалған. Киров районында ғына ағастар ауыу осрағы теркәлмәгән.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала урыны менән елдең тиҙлеге секундына 23-28 метрға етеүе көтөлә. Һаҡ булығыҙ!
Фото: МЧС РБ.