Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июль 2023, 16:00

ИР БАЛА

Илнар Хәтмуллиндың яҡты иҫтәлегенә Олатайҙан ҡалған шинель менәнСәхнәләрҙә осоп бейене.Алҡышланы залдар:- Егет - бөркөт!Бик килешә хәрби кейеме. Олатайҙан ҡалған мираҫ йәшәй -Үҙ Ватанын һаҡлай ир бала.Ул бит ҡарында уҡ яугир булып,Ҡурсалаусы булып ярала. Олатайҙан ҡалған яҙмыш төҫлө -Улдар үҫер илдә атайһыҙ!Һуғыш әләмдәре - ҡан төҫөндә!Яу яланы сикһеҙ аяуһыҙ!.. ...Олатайҙар ҡорал барлағанда,Доға ҡылған саҡта өләсәй,Теше шығырҙаны бер атайҙың,Ҡан йәштәрен түкте бер әсәй!..Лариса Абдуллина.

ИР БАЛАИР БАЛА
ИР БАЛА

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас