Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июль 2023, 05:10

Бөгөн Айгөлдөң тыуған көнө

Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы (11 июль 1995 йыл) — Рәсәй шашкасыһы.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн Айгөлдөң тыуған көнөБөгөн Айгөлдөң тыуған көнө
Бөгөн Айгөлдөң тыуған көнө

 2017 йылғы донъя чемпионатының бронза призёры, Европаның 2016 йылғы чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер (2016).

Айгөл Илдус ҡыҙы Иҙрисова 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында тыуған.

2002—2011 йылдарҙа Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында, 2011—2013 йылдарҙа Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Физика-техник институты студенты.

Шашкала уйнарға алты йәштә, балалар баҡсаһына йөрөгәндә өйрәнә. Мәктәпкә барғас, беренсе кластан шашка секцияһына яҙыла. 9 йәшендә 2004 йылғы Рәсәй шәхси-команда чемпионатында халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында сығыш яһай. Өфө ҡалаһының 23-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусыһы. 2011 йылға тиклем «Сатраш» шашка клубы (Ишембай), 2012 йылдан «Юность» шашка клубы (Өфө) өсөн сығыш яһай. «Башнефть» профессиональ шашка клубы өсөн уйнай (Өфө).

Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2011 йыл, Өфө).

Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй шәхси-команда чемпионатында Рәсәй чемпионы (шәхси зачет, шулай уҡ командала) (ноябрь 2011, Ишембай, Рәсәй).

Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионатының бронза призеры (ноябрь 2011, Улан-Батор, Монголия)[6].

Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2012, Ишембай).

Бөтә Донъя интеллектуаль уйындары чемпионы (Лилле, 2012 йыл) (ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты).

Блиц программа буйынса Европа чемпионатының бронза призеры (2013, Венгрия, Будапешт).

2013 йылдағы Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында 19 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында еңеүсе (Франция, Мирпуа).

Рәсәй йыйылма командаһы составында етеҙ программа буйынса Европа чемпионы (октябрь 2014, Эстония)

2014 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегендә ҡыҙҙар араһында еңеүсе (Беларусь, Пинск).

Рәсәйҙең халыҡ-ара шашка (2004)[9], шулай уҡ рус шашкаһы буйынса йәштәр йыйылма командаһына инә

2015 йылда Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында 6-сы урынды яулай.

2016 йылда блиц форматында донъя чемпионы, шулай уҡ Европа чемпионы була һәм халыҡ-ара гроссмейстер исемен ала (GMIF).

"Википедия"нан.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас