Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июля 2023, 13:30

Һалым хеҙмәтенең ни өсөн "Башҡорт хужабикәһен" тикшергәндәре билдәле булды

Яңыраҡ блогер уның менән һалым хеҙмәте ҡыҙыҡһыныуын әйткән ине.

Һалым хеҙмәтенең ни өсөн "Башҡорт хужабикәһен" тикшергәндәре  билдәле булдыҺалым хеҙмәтенең ни өсөн "Башҡорт хужабикәһен" тикшергәндәре  билдәле булды
Һалым хеҙмәтенең ни өсөн "Башҡорт хужабикәһен" тикшергәндәре билдәле булды

Ведомствола Миләүшәнең телефонын да алалар. Баҡтиһәң һалым түләүселәргә һалым хеҙмәтенән видеояҙма алып барыу йәки трансляциялау тыйыла икән. Ведомствоға саҡырыуҙың аныҡ сәбәптәре билдәһеҙ, сөнки был һалым сере. Әммә Федераль Һалым хеҙмәтендә медиа шәхестең килеүен блогерлыҡ эшмәкәрлеге эшҡыуарлыҡ төрө икәнлеген аңлаталар һәм бындай эш бөтә һалым түләүселәр менән дә алып барыла, тип хәбәр итәләр.

- Йөкмәтелгән вәкәләттәргә ярашлы һалым органдары һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен контролдә тота. Был эшмәкәрлек сиктәрендә һалым органдары аңлатмалар алыу өсөн һалым түләүселәрҙе саҡырырға хоҡуҡлы, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас