

Тораҡ пунктҡа тиклем 8 километр самаһы. Ауылды уттан һаҡлап ҡалыр өсөн урында Баш идаралыҡтың аэромобиль төркөмө - 33 кеше һәм 5 берәмек техника эшләй. Янғынды һүндереүҙә ирекмәндәр ҙә ярҙам итә.
Таулы ерҙәге янғынды һүндереүе бик ауырға төшә. Әлеге ваҡытта янғын периметры буйынса ерҙе һөрәләр.
Дуҫтар, Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән, асыҡ ут ҡулланыу тыйыла. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.