Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июль 2023, 14:00

Хәмит ауылында ҡот осҡос янғын

Бөгөн көндөҙ Әбйәлил районы Хәмит ауылында дүрт шәхси хужалыҡ биләмәһендәге өйҙәр һәм йорт ҡаралтылары янып киткән.

Хәмит ауылында ҡот осҡос янғынХәмит ауылында ҡот осҡос янғын
Хәмит ауылында ҡот осҡос янғын

Янғын урынына ирекле янғын һүндереү командаһы көстәре һәм саралары килеп етә - утты һүндереүгә 7 берәмек техника һәм 20-нән ашыу кеше йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта янғын таралыуҙан туҡтатылған. Зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итәләр. Һүндереү дауам итә, бөтә тейешле саралар күрелә. Өйҙәрҙең бер-береһенә яҡын тороуы, көслө ел хәүефте арттыра.

Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урынға һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе ебәрелгән.

Был ҡурҡыныс хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы контролендә.

Фото: МЧС РБ.

Хәмит ауылында ҡот осҡос янғын
Хәмит ауылында ҡот осҡос янғын
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас