Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июль 2023, 09:45

Башҡортостан – өсөнсө!

Бөгөн Екатеринбург ҡалаһында “Иннопром” Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе бара. Унда беҙҙең республика делегацияһы ла ҡатнаша. Сарала Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингын  иғлан иттеләр.

Башҡортостан – өсөнсө!Башҡортостан – өсөнсө!
Башҡортостан – өсөнсө!

Башҡортостан 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса – өсөнсө. Беҙ Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһеннән генә ҡалышабыҙ. Ә унан алдағы рейтингтарҙа лидер булдыҡ.

БР Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был – республиканың сәнәғәт министрлығы командаһының эше, рәхмәт уларға. Шулай уҡ предприятиелар етәкселеге лә ҙур эш алып бара.

Башҡортостан автомобиль бензины, аҙыҡ-түлек һәм кальцийлы сода, быяла (табаҡлы), автомобиль тағылмалары һәм продукцияның башҡа төрҙәре етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидер булып тора. 2023 йылдың ғинуар-майында сәнәғәт етештереүе индексы уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 104,8 процент (Рәсәй Федерацияһы - 101,8 процент) тәшкил иткән. Үҙебеҙ етештергән тауарҙар күләме 859,9 миллиард һум.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас