Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2023, 09:17

Баш ҡаланың Дан бульварына самолет килеп төшкән!

Ул совет штурмовигына бик оҡшаған. Осҡос Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары яратҡан ял урынында нимә эшләй?

Баш ҡаланың Дан бульварына самолет килеп төшкән!Баш ҡаланың Дан бульварына самолет килеп төшкән!
Баш ҡаланың Дан бульварына самолет килеп төшкән!

Белеүегеҙсә, Өфөнөң Дан бульвары яңыртыла. Былтыр көҙ күрер күҙгә күркәм генә итеп юлға плитка теҙҙеләр, яҡтырттылар. Арыраҡ балаларға уйын майҙансығы ла төҙөлдө. Эштәр быйыл да дауам итә.

Әле бульварға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың Ил-2 самолеты моделен урынлаштырырға йөрөйҙәр. Бульварҙа батыр осоусыға таш һын да ҡуйылған, скверы бар, беләһегеҙҙер.

Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, тәбиғи ҙурлығындағы самолетты бейеклеге дүрт метрлыҡ постаментҡа ултыртасаҡтар.

Фото: Автор фотоһы.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас