Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2023, 04:30

Балаларҙы тәҙрә аша уттан ҡотҡарғандар

Ҡариҙел районындағы Тайҡаш ауылында төнгө 3-сө яртыла Дуҫлыҡ урамындағы йортҡа ут тоҡанғанды бер ҡатын абайлаған. Ул төтөн еҫен һиҙеп тышҡа сығып ҡараһа - күршеләренең өйө верандаһы яна башлаған. Ул йүгереп барып, тәҙрәләргә туҡылдата башлаған.

Балаларҙы тәҙрә аша уттан ҡотҡарғандарБалаларҙы тәҙрә аша уттан ҡотҡарғандар
Балаларҙы тәҙрә аша уттан ҡотҡарғандар

Әсә кеше уянған, тик янғын көсәйгәс солан аша тышҡа сыға алмаған. Ул тәҙрәне ярып, 2012, 2014, 2016 йылғы балаларын тышҡа төшөргән, аҙаҡтан документтарҙы алып үҙе лә сыҡҡан.

Ҡотҡарыуылар утты һүндергән, ғаилә туғандарында йәшәп торасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас