Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июля 2023, 11:00

Бысраҡ йылға-күлдә һыу инмәгеҙ...

Бер үҫмерҙең мейеһен амеба ашаған. Малайҙың бысраҡ һыуҙа зарарланыуы ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бысраҡ йылға-күлдә һыу инмәгеҙ...Бысраҡ йылға-күлдә һыу инмәгеҙ...
Бысраҡ йылға-күлдә һыу инмәгеҙ...

Беҙҙә булған хәл түгел. Һиндостанда бер үҫмер менингоэнцефалиттан үлгән. Табиптар асыҡлауынса, уның мейеһен Неглерия Фоулера амебаһы зарарлаған. Был илдә йылғалар уғата бысраҡ. Амебаның организмға инеүе лә тәүге күренеш түгел – 2016 йылдан алып, дүрт шундай осраҡ теркәлгән. Инфекция йоҡторған бөтә кеше лә үлгән.

Неглерия Фоулера амебаһы йылы һәм сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кешенең танауынан инеп, еҫ эпителийы, шунан еҫ нервыһы аша үтеп, мейегә барып етә.

Әйткәндәй, был бер күҙәнәкле нәмә АҠШ-та, Һиндостанда, Пакстанда йыш осрай. Рәсәйҙә юҡ. Шулай ҙа “Роспотребнадзор” белгестәре һыуҙа башҡа инфекциянан һаҡланырға кәңәш итә. Бәшмәк сире, ротавирус, лямблиоз, А гепатиты, церкариоз кеүектәрҙе йоҡторорға мөмкин. Ҙур ҡалаларҙа, шулай уҡ күлдәрҙә махсус йыһазландырылған, санитар нормаларға тура килгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова