Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июль 2023, 06:07

Һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәгә килтереүе ихтимал

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары кисә һыу ятҡылыҡтарында дүрт кешенең ғүмерен һаҡлаған.

Һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәгә килтереүе ихтималҺыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәгә килтереүе ихтимал
Һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәгә килтереүе ихтимал

Көндөҙ Ағиҙел йылғаһында Дүртөйлө ҡотҡарыусылары 1966 йылғы иргә ярҙам күрһәткән - йылға уртаһында хәле бөткән йөҙөүсене ярға алып сыҡҡан. 

Төйәләҫ йылғаһында ҡотҡарыусылар Сибайҙан 2008 йылғы үҫмерҙе ярға тиклем эвакуациялаған.

Күмертау янындағы һыу ятҡылығында бата яҙған Ырымбурҙан бер ир ҙә ҡотҡарыусылар ярҙамында тере ҡалған.

Йүрүҙән йылғаһында Трехгорныйҙан 2006 йылғы үҫмер һауа тултырылған матраста көслө ағымға эләккән. Бәхетенән ҡотҡарыусылар уны күреп ҡалып, ярға сығарған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас