"Мин әле улай ышаныслы йөрөй алмайым, әммә тырышам!”
Рөстәм Нәбиев тимер аяҡтар менән яйлап ҡына йөрөргә тырышыуын видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған.
Мин әле улай ышаныслы йөрөй алмайым, әммә тырышам! 31 йәшлек сабый ошо ҙур донъяға бәләкәй генә аҙымдар менән аяҡ баҫа. Йүгереп йөрөргә вәғәҙә итмәйем, әммә ғүмерем буйы ышаныслы аҙымдар яһаясаҡмын. Эйе, кешегә ышаныс белдергәндә генә тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялдар ҙа ысынбарлыҡҡа әйләнә. Ә һеҙ миңә ышанаһығыҙмы? – тип яҙған блогер.