Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2023, 17:32

43 йәшлек ҡатын батып үлгән

Фажиғәле осраҡ Һупайлы биҫтәһенең санкцияланмаған пляжында теркәлгән.

43 йәшлек ҡатын батып үлгән43 йәшлек ҡатын батып үлгән
43 йәшлек ҡатын батып үлгән

Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булған ҡатын танышы менән һыу инеү тыйылған урында ял иткән. Иҫкәртеүгә иғтибар итмәй, ҡатын һыуға инеп, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китә. Бер мәл танышы уның бата башлауын күреп ҡала һәм ҡотҡарырға ташлана, ләкин өлгөрмәй...

Ҡатын иҫерек булған, тип фараз ителә.

Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас