

Һабантуйҙа башҡорт тирмәһен Дыуан районы бик матур итеп әҙерләгән. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары байрамға йәм бирҙе.
Башҡортостан Республикаһының Урал төбәгендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов Ҡурған өлкәһендәге һабантуйға бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
«Рәсәй үҙенең төбәктәре һәм күп милләтле халҡы менән көслө. Шуныһы ҡыуаныслы, Ҡурған өлкәһендә илебеҙ халыҡтарының милли йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлайҙар, үҫтерәләр. Илһам Зөфәр улы Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумковҡа 1920 йылғы Башҡорт АССР-ы картаһын бүләк итте. Унда - әлеге Ҡурған өлкәһенең бер өлөшө булған Ялан кантоны Башҡортостан Республикаһы составында. Тимәк, был бүләк төбәктәребеҙ араһында иҡтисади һәм мәҙәни генә түгел, ә тарихи бәйләнеш тә барлығы хаҡында һөйләй. Ҡурған өлкәһендә ауыл хужалығы эшсәндәренең яҡшы хеҙмәтен дә күрҙем. Яҡшы уңыш, яңы еңеүҙәр көтәбеҙ!» - тип хәбәр итте Әлфир Байымов.
Фото, сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)