

– Беҙ республикала БПЛА етештереү буйынса кластер төҙөргә ниәтләйбеҙ. Башҡортостан, махсус хәрби операция башланғансы тиклем үк, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, эксперименталь рәүештә пилотһыҙ осоу аппараттарына осоу хоҡуғы алғайны. Ҡытай һәм Беларусь предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ.
МХО зонаһына республика өс ирекле батальон ебәрҙе. Июнь аҙағында полк төҙөлөп бөттө. Уның составында өс мотоуҡсылар батальоны, танк батальоны, ике артиллерия дивизионы, автобат, идара һәм штурм отряды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам төрлө йүнәлеш буйынса ойошторолдо. Республиканан 4 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Федераль түләүҙән тыш, төбәк түләүҙәре лә бар. Мәҫәлән, башҡорт батальондарында хеҙмәт итеү өсөн бер тапҡыр 200 мең һум бирелә, бер хеҙмәт көнөнә 2000 һумдан иҫәпләп, айлыҡ түләү бар, – тип һөйләне Радий Фәрит улы.
“Ведомости” баҫмаһы журналисының:
– Махсус хәрби операция башланыуы ғүмерегеҙҙе нисек үҙгәртте? – тигән һорауына Башҡортостан Башлығы:
– Сәсем ныҡ ағарҙы. Осор еңелдән түгел, – тип яуапланы һәм еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәгебеҙҙе белдерҙе.
Фото: БР Башлығы сайтынан.