

“Нефть баҙарындағы хаҡтар төбәк ҡаҙнаһына нисек йоғонто яһай?” – тигән һорауға республика Башлығының яуабы ошондай:
– Беҙ быны артыҡ тоймайбыҙ. Быйыл “Башнефть” дивиденттары арыу ғына буласаҡ. Шуға ла хаҡтарҙың һикереүен һиҙмәйәсәкбеҙ. ОПЕК+ буйынса нефть табыуға һәм эшкәртеүгә сикләүҙәр индерелгәндә, 2020 йылда, һиҙелгәйне. Хәҙер үҙебеҙҙе уңайлы тоябыҙ.
“Башҡорт сода компанияһы”нда һуңғы йылдарҙа булған ваҡиғалар тураһында ла һорау булды. Ҡуштау шиханын эшкәртеү планы йәһәтенән тәнҡит утына дусар булыуҙары ла телгә алынды.
- Беҙ компанияның эшен ыңғай баһалайбыҙ. Предприятиеның үҫеше буйынса “Русский водород” етәкслеге менән һөйләштек. “БСК” элек директорҙар советы раҫлаған инвестпроектты ла ғәмәлгә ашырасаҡ. Сеймал тәьминәте мәсьәләһе, әлбиттә, көн үҙәгендә. Компанияның оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән үҫеш программаһы бар, унда сеймалды ҡайҙан алыу ҙа билдәләнгән. Әлегә Шахтау шиханы ҡулланыла, - тип яуап бирҙе Радий Хәбиров.
Фото: БР Башлығы сайтынан.