Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июль 2023, 18:38

Дүртөйлө районында юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ҡатын һәләк булған...

Бөгөн Эңгәсәк һәм Тарасовка ауылдары араһында юлда автомобиль ағасҡа бәрелгән.

Дүртөйлө районында юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ҡатын һәләк булған...Дүртөйлө районында юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ҡатын һәләк булған...
Дүртөйлө районында юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ҡатын һәләк булған...

Урынға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Асыҡланыуынса, машинала ике кеше булған, тик водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан. Ә пассажир ҡатын үлемесле йәрәхәттәрҙән йән биргән... Уның кәүҙәһен машина эсенән ҡотҡарыусылар сығарған.

Ваҡиға сәбәптәрен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас