

Табип-гастроэнтеролог, педиатр Татьяна Немальцева ханым туңдырманы кемдәргә ашарға ярамағанлығын да әйткән. Мәҫәлән, шәкәр диабеты, панкреатит менән сирләүселәргә, углевод алмашыныу проблемаһы булғанда, һимеҙлек йонсотҡанда туңдырма ашауҙан тыйылырға кәрәк. Пломбир – калориялы тәмлекәс.
Эҫелә күптәр ашай ул туңдырма, эскимоларҙы. “Әгәр ҙә тамаҡ ауыртмаһын тиһәгеҙ, туңдырманы йәки башҡа туңдырылған десертты әҙ генә порция менән ашағыҙ. Артынан сәй йә кофе йотһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ”, – ти табип.