Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июля 2023, 14:13

1,5 миллион һум "хәүефһеҙ иҫәптәргә"

Өфөнән 71 йәшлек ҡатынға ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып, уның иҫәбенән 200 мең һум аҡсаның сит илгә ебәрелеүе хаҡында хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
1,5 миллион һум "хәүефһеҙ иҫәптәргә"1,5 миллион һум "хәүефһеҙ иҫәптәргә"
1,5 миллион һум "хәүефһеҙ иҫәптәргә"

"Полиция хеҙмәткәренә" ышанып, аҡсаһын ҡайтарырға ашыҡҡан ҡатын муттың күрһәтмәләрен үтәгән: кредит юллап, бөтә йыйған аҡсаһын да ҡушып, 1,5 миллион һумды "хәүефһеҙ иҫәптәргә" күсергән. Шул уҡ көндө аферист ҡатындың фатирын икенсе кешегә һатыуҙары тураһында ялған килешеү ҙә ебәргән, йәнәһе лә, торлаҡты кире ҡайтарырға ярҙам итәсәк. Шунда ғына пенсионер шикләнеп, мут менән һөйләшеүҙе өҙгән, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Роман Мясников.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова