Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2023, 10:25

Өлгөлө ғаиләләр бүләкләнәсәк

8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналарҙа Башҡортостанда 70 пар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнәсәк.  

Өлгөлө ғаиләләр бүләкләнәсәкӨлгөлө ғаиләләр бүләкләнәсәк
Өлгөлө ғаиләләр бүләкләнәсәк

 

Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал 25 йылдан ашыу татыу ғүмер кисергән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырыла.

Миҙалдың бер яғында байрам символы — аҡ сәскә, икенсеһендә кенәз Петр һәм уның тоғро ҡатыны Феврония төшөрөлгән. Миҙал менән бергә өлгөлө ғаиләләргә танытмалар һәм махсус билдә тапшырыла.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас