Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2023, 11:40

Хөкүмәттә социаль туризмға булышлыҡ итеү мәсьәләһе ҡаралды

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров уҙғарған кәңәшмәлә социаль турҙар ойоштороусыларҙа субсидия бүлеү тәртибе тикшерелде.

Хөкүмәттә социаль туризмға булышлыҡ итеү мәсьәләһе ҡаралдыХөкүмәттә социаль туризмға булышлыҡ итеү мәсьәләһе ҡаралды
Хөкүмәттә социаль туризмға булышлыҡ итеү мәсьәләһе ҡаралды

Андрей Назаров белдереүенсә, беҙҙә социаль туризмға ҙур иғтибар бирелә. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты ла уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Беҙҙең өлкәндәр хатта Белоруссияға барып килә ала. "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты буйынса мәктиәп туризмы ла үҫтерелә.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы йыл һайын соцтур маршруттары буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә. Турорператорҙар әлеге ваҡытҡа 171 маршрут тәҡдим иткән. Улар пенсионерҙар һәм етем йә инвалид балалар өсөн.

Фото: БР Хөкүмәтенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас