Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2023, 14:03

Муттарҙан һабаҡ - 2,5 млн һумлыҡ бурыс

Өфөнән 53 йәшлек ҡатын июнь аҙағында эш эҙләү буйынса популяр сервиста үҙ резюмеһын ҡалдыра. Бер нисә көндән уға ялған "эш биреүсе" шылтыратып, билдәле видеобәйләнеш программаһын ҡулланырға тәҡдим итә. 

Муттарҙан һабаҡ - 2,5 млн һумлыҡ бурысМуттарҙан һабаҡ - 2,5 млн һумлыҡ бурыс
Муттарҙан һабаҡ - 2,5 млн һумлыҡ бурыс

Әңгәмә барышында ҡатынды "эшкә алып", йәнәһе лә, онлайн уҡыта башлағандар. Аферистың күрһәтмәһе буйынса ҡатын программа экранын тоҡандыра...

Экран аша уның логинын һәм паролен күреп, банктарҙа кредит һәм дебет карталарын астырып, билдәһеҙ аферист ҡатындың исеменән 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип  Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Виктория Рыцева хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас