- Бөгөн СТБ1-52-08 газ баллондары ташыусы йөк машинаһы менән таныштырмаҡсымын. Ул ГАЗ-52-08 йөк автомобиле нигеҙендә ХХ быуаттың 80-се йылдары башында эшләнгән.
Бындай техника ярҙамында ҡулланыусыларға тәбиғи газ баллондарын ташығандар. Улар Баймаҡта 90-сы йылдарҙа булғанын иҫләйем. Селтәрле газ юҡ заман, мейес ярҙамында өй йылытабыҙ, ашарға бешергәндә баллонлы газ ҡулландыҡ. Әсәй горгазға шылтыратып, заявка бирә, артабан почта аша түләй һәм квитанция ала, шыптырға төрөп, банкаға һалып буш баллонға кейҙерә. Аҙаҡ, айына берҙе урамға газ машинаһы килә. "Газ килде!" тип күрше-күлән буш баллондарҙы тотоп йүгерә. Ошолай ситлек кузовлы "газон" килгән - водитель квитанцияны ала һәм тулы баллонды төшөрөп бирә, бушын күтәреп, тығып тейәп ала.
Ошоноң кеүек машинаны йөрөтөүсе бер ир тураһында Т.Килмөхәмәтовтың "Йәнкиҫәк" хикәйәһендә яҙылған. Юлда барғанда туҡтап, ҡыҙыл раузалар тип баллондарҙы алып ташлап бөтә.
Моделде йыйыуы оло кинәнес килтерҙе. Ике аҙнаһы тирәһе ваҡыт уҙҙы. Ғәҙәттәгесә деталдәрҙе эшкәрткәс, грунтлау-буяу-лаклау булды, унан һуң ваҡ деталдәрҙе нығыттым, ҡорҙом. Шулай итеп газобаллоновоз килеп тә сыҡты, - ти Айбулат.