

Агентлыҡ предприятиелар хеҙмәткәрҙәренән һорашыуҙар ойоштора. Маҡсат – эшселәрҙең асыҡлыҡ сәйәсәтенә һәм сәнәғәт туризмына мөнәсәбәтен белешеү. Был һорашыуҙан төрлө компанияла туристарға, студент йә мәктәп уҡыусыларының килеүенә нисек ҡарауҙарын белергә мөмкин.
АСИ мәғлүмәттәре буйынса сәнәғәт туризмына ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта бара. Предприятиелар ҙа үҙендә туристарҙы күбеәкр күрергә теләй. Былтыр Башҡортостан предприятиеларында 4,5 меңдән ашыу турист булып киткән.
Опрос ошонда.
Ул 23 авгусҡа тиклем бара. Ҡунаҡсыл предприятиелар рейтингы төҙөлгәс, уларға мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеләсәк.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.