Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июля 2023, 11:20

Юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда халыҡ төҙөкләндереүҙе талап иткән иң проблемалы юлдарҙы ремонтлау башланды. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә БР  транспорт министры Александр Клебанов хәбәр итте.    

Юлдар төҙөкләндереләЮлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә

 

 

2023 йылдың июль башына программа буйынса тәүге дүрт объект ремонтланған. Был Асҡын районындағы Яугилде–Щучье күле юлының ике участкаһы, шулай уҡ Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Хоҙайбирҙин һәм Титов урамдары.

Александр Клебанов, төҙөүселәр тағы ла 20 объектты ремонтлай, тип өҫтәне. Улар иҫәбендә юлдарҙы ремонтлау программаһының иң ҙур проекты –Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай – Аҡъяр трассаһын яңыртыу. 2023 йылда 29 км трассаны яңыртыу, ә эштәрҙе тулыһынса 2024 йылда тамамлау планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская билдәләүенсә, эштәр планына индерелгән бөтә участкалар социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәр рейтингының юғары баҫҡысында тора.

Төбәктең Транспорт министрлығы республика менән идара итеү үҙәге менән берлектә 2024 йылға төҙөкләндереүҙе талап иткән юлдар исемлеген әҙерләгән. Яҡын арала был участкаларҙы тикшерәсәктәр һәм уларҙы ремонтлау хаҡын билдәләйәсәктәр.

– Тәү сиратта беҙ халыҡтан йылдар буйына ремонт үткәреүҙе һораған юлдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Дүрт-биш йыл дауамында бындай пландаштырылған эш барышында күпселек трассаларҙы яңырта алырбыҙ һәм шуның менән кешеләрҙең ғәҙел мөрәжәғәттәренә яуап бирербеҙ.

 

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Өфө агломерацияһы тирәһендәге юл участкаларының бер нисәүһенә йөк контроле урынлаштырыу маҡсатҡа ярашлы булыуын әйтте.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас