Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июль 2023, 11:40

Малайҙарҙың кумиры ул

Әбйәлил районының Йәнгел ауылында йәшәүсе 4-се класс уҡыусыһы Язар Әхмәтйәнов Фәнис Хөсәйенов булып кейенеп, үҙенсәлекле акцияла ҡатнашҡан.

Малайҙарҙың кумиры улМалайҙарҙың кумиры ул
Малайҙарҙың кумиры ул

Яңыраҡ Хәрби хәрәкәттәр көнө уңайынан ауыл мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Рәзилә Сәйфуллина үҙенсәлекле илһөйәрлек акцияһын уҙғара.

  • Халҡыбыҙҙың бәхетле киләсәге өсөн ғүмерен биргән геройҙарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Беҙ уларҙы онотмайбыҙ, хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ! – ти ул.

Малайҙарҙың күпселеге өсөн Фәнис Хөсәйенов – кумир. Уларҙы батырҙың саялығы һоҡландыра. Киләсәктә Фәнис кеүек батыр, сос, иленә кәрәкле булып үҫергә хыяллана бәләкәстәр.  

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас