Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июль 2023, 07:02

Башҡортостан - Волга буйында юлдарҙың сифаты буйынса алдынғылар иҫәбендә

РИА-Новости агентлығы юлдарҙың сифаты буйынса төбәктәр рейтингын төҙөгән. Ошо мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан 17-се урынды биләй.

Башҡортостан - Волга буйында юлдарҙың сифаты буйынса алдынғылар иҫәбендәБашҡортостан - Волга буйында юлдарҙың сифаты буйынса алдынғылар иҫәбендә
Башҡортостан - Волга буйында юлдарҙың сифаты буйынса алдынғылар иҫәбендә

Республикала автомобиль юлдарының 65,8 проценты норматив талаптарға тап килә. Был иһә Волга буйы федераль округында өсөнсө һөҙөмтә. Округта беренсе һәм икенсе урындарҙа – Пенза (66,7 процент) һәм Ульяновск (65,9) өлкәләре. Ләкин был төбәктәрҙә автомобиль юлдарының тығыҙлығы Башҡортостанға ҡарағанда күпкә кәмерәк.

Татарстан рейтингта - 19-сы, Волга буйы федераль округында 4-се урынды биләй. Бында юлдарҙың 64,4 проценты ғына нормативтарға тап килә. Рейтингта Мәскәү беренсе урында (97,6 проценты), исемлектең аҙағында – Архангельск өлкәһе (13,3). Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 52,6 процент.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас