Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июля 2023, 12:30

Юлда уйнамағыҙ, балалар!

Кескәй балала хәүеф тойғоһо насар үҫешкән. Сабый туп артынан машина алдына йүгереп сыҡҡанда, хатта тирә-яғына ҡарап та тормай. Етмәһә, буйы бәләкәс булғас, баланы водителдәр ҙә күрмәй, аңғармай ҡала. Шуға ла, хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен көн һайын тыҡып тороғоҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлда уйнамағыҙ, балалар!Юлда уйнамағыҙ, балалар!
Юлда уйнамағыҙ, балалар!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты балаларға ошо ҡағиҙәләрҙе өйрәтергә тәҡдим итә:

- светофорҙың йәшел утына ғына "зебра" аша сыҡ;

- ашыҡма, алаҡандама, юл аша тыныс ҡына сыҡ;

- юлға һис ҡасан йүгереп сыҡма;

- трамвайҙы - алдынан, автобусты артынан урап сыҡ;

- юл эргәһендә уйнама;

- юлда самокатта, велосипедта йөрөмә;

- юл аша сыҡҡанда велосипедтан төш;

- юл аша сығыр алдынан тәүҙә һулға ҡара, шунан һуң уңға, машиналар булмағанда йәки туҡтағанда ғына сыҡ.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова