Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2023, 10:48

Ҡотҡарыусыларға эш етерлек

Кисә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тарафынан һыу объекттарында ете профилактик рейд үткәрелде.

Ҡотҡарыусыларға эш етерлекҠотҡарыусыларға эш етерлек
Ҡотҡарыусыларға эш етерлек

Сараға 400-ҙән ашыу ял итеүсе йәлеп ителгән, һыуҙағы хәүефһеҙлек тураһында 200-ҙән ашыу памятка таратылған. Шулай уҡ республиканың ун ике муниципаль берәмегендә һыу объекттарында хәүефһеҙлек буйынса административ комиссиялар эше тикшерелгән. Рейдтар ваҡытында һигеҙ зыян күреүсегә ярҙам күрһәтелгән.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас