

Өфөнән Ирина (исемдәр үҙгәртелде) бер нисә йыл элек Алексей менән йөрөй. Һуңынан Виктор менән бергә йәшәй башлай. Фажиғәгә тиклем бер көн алда Алексей Иринаны осрата ла, үткәндәрҙе иҫләп, интим тәҡдим итә. Ирина баш тартҡас, уны көсләргә маташа.
Ирина икенсе көндө был турала Викторға һөйләй. Ә кисен өсәү бергә ултырып эсәләр. Алексей йоҡларға ятҡас, Ирина уның көсләргә маташыуы тураһында Викторға тағы иҫләтә, ирҙе ҡыҙҙырып ебәрә. Виктор Алексейҙы уятып, икеһе һуғышып китә. Виктор Алексейҙы ныҡ итеп туҡмай, шунан бысаҡ менән сәнскеләй. Ирина Викторҙы туҡтатырға маташа, әммә хәленән килмәй.
Алексей ҡанһырап үлә. Виктор үҙе "Тиҙ ярҙам" саҡыра, полиция бүлегендә үҙ ғәйебен таный.
Суд уны 9 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатты.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.