Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2023, 06:01

2023 йылдың июлендә үҙ көсөнә инәсәк закондар тураһында

Уҡырға ингәндә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн ташламалар, ҡулланыусылар кредиты буйынса иң ҙур ставканы кәметеү, ауыр сирле балалар өсөн дарыуҙарҙы һалымдан азат итеү, шәкәрле эсемлектәргә акциздар индереү - был 2023 йылдың июлендә үҙ көсөнә инәсәк закондарҙың бер өлөшө.

2023 йылдың июлендә үҙ көсөнә инәсәк закондар тураһында2023 йылдың июлендә үҙ көсөнә инәсәк закондар тураһында
2023 йылдың июлендә үҙ көсөнә инәсәк закондар тураһында

Пенсиялар тәғәйенләүҙе лә ябайлаштырасаҡтар. Дәүләт һәм муниципаль архивтар Рәсәй Социаль фонды һорауы буйынса үҙҙәрендә документтар булған осраҡта пенсия тәғәйенләү йәки уға өҫтәмә түләү өсөн кәрәк буласаҡ мәғлүмәтте Социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы аша ебәрәсәк. Үҙгәрештәр пенсияны ваҡытында һәм дөрөҫ тәғәйенләү өсөн мәғлүмәт биреү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас