Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2023, 15:47

Наркотик таратып маташҡандар...

Өфө районы суды дүрт кешегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Наркотик таратып маташҡандар...Наркотик таратып маташҡандар...
Наркотик таратып маташҡандар...

Дүрт егет наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән интернет-магазиндарға курьерҙар булып эшкә урынлаша. 2021 йылдың майынан октябренә тиклем улар тыйылған матдәләрҙе Өфө һәм республика биләмәһендә таратҡан.

Уларҙың енәйәт эшмәкәрлеге хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан ябылған. Ғәйепләнеүселәр енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен өлөшләтә таныған. Суд уларҙы 4,5 йылдан алып 10 йылға тиклем ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға ҡарар сығарған. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә әле инмәгән.

Әйткәндәй, ғәйепләнеүселәрҙең береһе Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең солисы.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас