Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июля 2023, 17:15

Их, балаҡай...

Бөгөн киске сәғәт туғыҙынсыла Дыуан районы Ҡаракүл ауылында Силәбе өлкәһенән 59 йәшлек ир "Лада Гранта" автомобилендә 2,5 йәшлек баланы бәрҙергән.

Их, балаҡай...Их, балаҡай...
Их, балаҡай...

Малай медицина учреждениеһына алып китеп барғанда йән биргән...

Водитель, бала ҡапыл тыйылған урында юлға килеп сыҡты, тип һөйләй. 

Ул айыҡ. 

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас