Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2023, 08:15

“Башҡорт хужабикәһе” менән һалым органдары ҡыҙыҡһынған

Миләүшәне блогы һәм унан килгән килем тураһында һорар өсөн һалым хеҙмәтенә саҡырғандар.

“Башҡорт хужабикәһе” менән һалым органдары ҡыҙыҡһынған“Башҡорт хужабикәһе” менән һалым органдары ҡыҙыҡһынған
“Башҡорт хужабикәһе” менән һалым органдары ҡыҙыҡһынған

Унда блогерҙан реклама өсөн күпме аҡса алыуы һәм уға ҡайҙан аҡса күсереүҙәре хаҡында ҡыҙыҡһындылар.

  • Беҙ кабинетҡа инеү менән телефондарҙы алып ҡуйҙылар. Иң ҡыҙығы, улар минең вайндары ла түләүле, тип уйлаған. Минең үҙмәшғүллегем бар, һалымдар түләйбеҙ, ләкин барыбер ҡурҡыныс булды. Иртәме-һуңмы беҙҙе тикшерәсәктәрен һиҙенә инем, – ти ул.

 Миләүшә Шәйхелсәләмова ҡыҙыҡлы видеояҙмалар төшөрә. Блогершаның YouTube каналында –  345 мең, Инстаграмда ( уның эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә тыйылған) 290 мең яҙылыусыһы бар.

«Башҡорт хужабикәһе» блогерҙарға үҙмәжғүллек асырға  йәки патент һатып алырға, һалымдарҙы ваҡытында түләргә һәм тыныс йоҡларға кәңәш итте.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас