

МХО-нан әле бер, әле икенсе егеттең ялға ҡайтыуы тураһында йыш ишетәбеҙ. Кемделер тыуған яғында ҙурлап ҡаршы алалар, ҡайһы яҡта быға артыҡ әһәмиәт бирмәйҙәр.
Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәүсе, көҙөн мобилизацияланған “Азимут” исеме менән йөрөгән егетте лә туғандары ғына шатланып ҡаршы алды. Һанаулы көндәр тиҙ генә үтә лә китә. Тиҙҙән “Азимут”та ҡабаттан юлға сығасаҡ. “Инәйем (әсәйем), туғандарым янында рәхәт, тыныс булһа ла, тиҙҙән ҡабаттан юлға сығырға кәрәк. Унда мине иптәштәрем көтә”, - ти Донецк яғынан ҡайтҡан егет.
Иҫән-һау ҡайтырға яҙһын, һалдат!