Һаумы, июль!
Сағыла сағыу ҡояшта
Ҡырҙар, йылға үҙәне.
Ерҙе гөлгә күмеп атлай
Июль – йәйҙең үҙәге.
Киттек, иптәш, походтарға,
Ҡырҙарға киттек, әйҙә!
Ил киңлектәрен күрәйек
Йәм-йәшел йылы йәйҙә.
Көтә беҙҙе бейек тауҙар,
Урман, йылға үҙәне.
Һаумы, июль – иң күркәм мәл.
Йәмле йәйҙең үҙәге!
Ғилемдар РАМАЗАНОВ.
Добавить в предпочтительные источники Google