

Тележурналист Гөлнур Ишбулатова форумдың Дуҫлыҡ урамындағы күргәҙмәһендә ҡымыҙҙан эшләнгән шоколадты күреп ҡалып, видео ла төшөргән.
"Баймаҡ ҡымыҙынан аҡ шоколад эшләй башлағандар икән.Тәме әскелтем, йөрәккә ятып тора, шәрбәте лә тойола. Ашап ҡарағанығыҙ бармы? Шоколадты Стәрлетамаҡта етештерәләр, татлы ризыҡты Рәсәй - Беларус форумының Дуҫлыҡ урамындағы кибетендә осраттым. Яңырак бишбармаҡ тәме менән чипсы тәҡдим иткәйнеләр, хәҙер ҡымыҙҙан шоколад! Хәтәр ҡыҙыҡ донья", – тип яҙа видео авторы.
Фото: Т. Аманов